![Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам]()
«Ата-бабам күптән донъя ҡуйған,
Көл-тупраҡҡа инде әйләнгән…
Әммә йәнем мең-мең быуат аша
Улар рухы менән бәйләнгән!» – тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев. Эйе, нисәмә йыл, быуат үтеп китһә лә, ата-бабаларыбыҙ рухы мәңгегә йөрәктәрҙә һаҡлана килгән.