
Әлеге ваҡытта Әбйәлил районының Асҡар урта мәктәбендә унынсы класта белем алам. Үҙемде төрлө йүнәлештә һынап ҡарауҙан ҡурҡмайым. Бигерәк тә тел, тарих менән бәйле сараларҙы үҙ итәм. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты – яратҡан урыным. Бәләкәстәргә тел, әҙәбиәт буйынса төрлө кәңәштәр бирәм, ижади эштәр башҡарыуҙа ярҙам күрһәтәм. Район гәзитендә бер нисә мәҡәләм донъя күрҙе. Шиғыр ижад итеүселәр бәйгеһендә ҡатнашып, “Осҡон” гәзитенең махсус призына һәм шөһрәтнамәһенә лайыҡ булдым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында ике йыл рәттән ҡатнашып, еңеүсе лә булдым.
“Йәшлек” гәзите иғлан иткән ижади конкурсҡа ҙур теләк менән “Телемдең аҫыл ынйыһы” мәҡәләһен тәҡдим итәм.