
“Аталы бала – арҡалы”, “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, “Атанан күреп ул үҫер, әсәне күреп – ҡыҙ үҫер” кеүек тапҡыр мәҡәлдәр бар халҡыбыҙҙа. Эйе, ғаиләлә атай кешенең роле баһалап бөткөһөҙ. Ул – ғаилә именлеген һаҡлаусы ла, балаларына өлгө булырлыҡ кеше лә. Ошо абруйҙы булдырыу – әсәй кешенең дә бурысы.