![Үҙебеҙ һайлаған юл Үҙебеҙ һайлаған юл]()
Булат Солтангәрәев исемендәге премияға конкурс ахырына яҡынлашты. Төрлө күләмле инша-яҙмалар баҫылды, төркөмгә һалынды. Әлбиттә, телебеҙ бөйөк, тарихыбыҙ бай, тәбиғәтебеҙ хозур, әҙәбиәтебеҙ йөкмәткеле, йолаларыбыҙ изге, динебеҙ хаҡ, ғөмүмән, быларҙы бөтәһе лә беләлер. Кире ҡағырлыҡ дәлилдәр ҙә юҡ һәм булыуы мөмкин дә түгел. Ә шулай ҙа проблемалар асыҡ килеш ҡала. Аңлы ғына рәүештә хәл итеү мөмкинлеген беребеҙ ҙә аса алмайбыҙ. Ә Булаттың яҙмаларын уҡыһаң, ул ошо проблемаларҙы бөтөрөргә тырышыу юлдарын эҙләй, борсола, хәл итергә саҡыра. Ә бөгөнгө йәшәйештә ниндәй көнүҙәк мәсьәләләр бар һуң? Әйҙәгеҙ, уларҙы теҙмә рәүешендә ҡарайыҡ.