![Мин сәләмәт тормош яҡлы! Мин сәләмәт тормош яҡлы!]()
Һәр замандың үҙ заңы бар. XXI быуатты мин, юғары технологиялар мәле, тип билдәләр инем. Сөнки беҙҙе яңынан-яңы техник мөғжизәләр уратып алған, киләсәкте уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Уйлауымса, әгәр дөрөҫ, урынлы файҙалана белгәндә, уларҙың ыңғай яҡтары ла бик күп: кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ табыу, белемеңде арттырыу, алыҫтағы дуҫтар, туғандар менән аралашыу, төрлө проекттар эшләү.