![Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам]()
Элек-электән ысын башҡорт үҙенең ете быуын нәҫелен мотлаҡ белергә тейеш булған. Улар хаҡындағы мәғлүмәт ҡасандыр телдән-телгә күсеп килһә, хәҙерге ваҡытта шәжәрәләр ҡулъяҙма йәки баҫма рәүештә һаҡлана. Унда ата-бабаларыбыҙ исемлеге генә түгел, ә тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, ауыҙ-тел ижады тураһындағы мәғлүмәт тә тупланған. Әгәр ҙә беҙ ошоно онотһаҡ, ул ата-олатайҙарыбыҙҙы, быуындар буйлап һаҡланып килгән тарихыбыҙҙы ғына түгел, үҙеңде лә ихтирам итмәүҙе аңлата. Үткәнеңде белеп кенә киләсәккә ышаныс менән атлап була.