Quantcast
Channel: Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы - «Йәшлек» гәзите
Viewing all articles
Browse latest Browse all 152

Беҙҙең быуын ил яҙмышын үҙ ҡулына аласаҡ!

$
0
0
Республикамдың хозур мөйөшө Дәүләкән яҡтарында булғанығыҙ бармы? Әгәр ҙә юҡ икән, уны һис шикһеҙ килеп күрергә тырышығыҙ. Үкенмәҫһегеҙ. Мин үҙем ошо районда – Башҡортостаныбыҙҙың милли ҡомартҡыһына әйләнгән, йырҙар­ҙа, шиғырҙарҙа данланған Асылыкүл буйында тыуғанмын. Үҙемдең ошо төбәктә донъяға килеүем һәм йәшәүем менән Хоҙайға мең рәхмәтлемен!
Көн дә иртән йоҡонан уянып, тыныс таң атҡанға һоҡланам. Аллаға шөкөр, тағы бер матур көн килде, тим. Эстән генә белгән доғаларымды уҡыйым. Күңел ҡайҙалыр алыҫҡа, иреклеккә ынтылғандай. Башҡорт кешеһе элек-электән киң далаларҙа, иректә йәшәп өйрәнгән. Мин дә ялан-ҡырҙарҙа йөрөргә яратам.

Viewing all articles
Browse latest Browse all 152