
йәки Үҙебеҙҙең тәбиғәт балаһы икәнебеҙҙе онотмайыҡ
Ер-әсәбеҙ биргән икмәк менән
Аҡ һөттән дә изге нимә бар?
Р. Бикбаев.
Бына, ниһайәт, яратҡан миҙгелем – көҙ етте.
Бар тирә-яҡ алтынға мансылған саҡ. Япраҡтар һары, ҡыҙғылт, көрән төҫкә буялған. Ошо төрлө төҫтәге ҡойолған япраҡтар әкиәттәге балаҫты хәтерләткәндәй...
Был миҙгелдең илаһи матурлығын күрергә йыл да тәбиғәт ҡосағына ашҡынам... Тирә-яҡ тып-тын. Ошо тыныслыҡты яратам мин! Төрлө уйға сумып, саф һауа һулап, рәхәтләнеп урман гиҙәм... Ҡапыл, тынлыҡты боҙоп, бөтә урманды яңғыратып көлгән тауыштар ишетелде. Мин шул яҡҡа ыңғайланым. Унда үҫмер егет һәм ҡыҙҙар күңел аса ине. Ҡулдарында – һыра шешәләре, ауыҙҙарында – тәмәке, усаҡ яҡҡандар... Янғын сығарып ебәрмәһәләр ярар ине, тигән уй башымдан сыҡманы. Үҙемдә батырсылыҡ табып, яндарына барып иҫкәртергә булдым. Йәштәр беҙҙең ауылдыҡы түгел ине. Мине күргәс, улар ниңәлер йәһәт-йәһәт кенә ҡайтырға йыйына башланы.