
Үҙ-үҙемде белә башлағандан алып ҡартәсәйемдең йор ҙа, шаян да, йөкмәткеле һәм хикмәтле лә һамаҡтарын, һүҙҙәрен иҫләйем. “Ерәнсә сәсән” әкиәтен, “Урал батыр” эпосын, Аҡмулла, Ш. Бабичтың исемдәрен тап унан ишетеп белдем. “Аҡмулла, Аҡмулла, беҙ башҡортҡа хаҡ мулла”, – тип ҡартәсәйемдең һүҙҙәрен ҡабатлап йөрөгәнем әле лә хәтерҙә.