
РФ Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты – Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһы үҙенең яңы миҙгелен башлай.
Уҡыусыларҙы дәртләндереүгә, уларҙы ижади үҫтереүгә арналған был акция гәзитебеҙҙең йыл да ҡабатланған бик матур йолаһына әйләнде. 2017 – 2018 уҡыу йылында конкурста йөҙгә яҡын 10 – 11-се класс уҡыусыһы, шулай уҡ колледж-училище студенттары ла ҡатнашты. Улар йәштәрҙең мөһим проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын сағылдырған мәҡәләләр тәҡдим итте.
Быйылғы бәйгенең положениеһы шул уҡ ҡала. Мәктәптәрҙең 10 – 11-се класс уҡыусылары, урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары үҙҙәренең эштәрен 2019 йылдың 16 майына тиклем ебәрергә тейеш. Беренсе урын яулаусыға – 10 мең, ике икенсе урынға – бишәр мең, өс өсөнсө урынға өсәр мең һум күләмендәге премия тапшырыласаҡ. Дәғүәселәр ижад емештәрен “Бәйләнештә” селтәрендәге “Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы”, “Йәшлек” гәзите – газета “Йэшлек” төркөмдәренә, проектты алып барыусы Айбулат Ишназаровҡа ебәрә ала. Конкурста ҡатнашыусы һәр егет-ҡыҙға иҫтәлекле бүләк һәм Шөһрәтнамә тапшырыласаҡ.