
Булат тәүҙә Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына уҡырға инде. Башланғыс синыфтарҙан уҡ ул үҙ тиңдәштәре араһында үҙенең һәр яҡлап әүҙемлелеге менән айырылып торҙо. Барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшеп, оҙаҡламай ул төрлө йүнәлештәге өҫтәмә факультатив дәрестәргә, түңәрәктәргә йөрөй башланы. Һүрәтте лә оҫта төшөрә, бейеүгә лә маһир, ҡыҫҡаһы, сәнғәткә мөкиббән киткән бала булды. Шулар араһында иң ныҡ яратып йөрөгән спорт түңәрәге, уның да ниндәй төрө бит әле – каратэ. Бының менән ул беренсе синыфтан уҡ мауыҡты.