Quantcast
Channel: Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы - «Йәшлек» гәзите
Viewing all articles
Browse latest Browse all 152

Минең шәжәрәм. Булат Солтангәрәев

$
0
0
Минең шәжәрәм. Булат Солтангәрәев«Һинең олатайың һәм өләсәйең кемдәр, улар нимә менән шөғөлләнгәндәр?» Ошо һорау һеҙгә ҡыҙыҡ түгелме? Ә миңә бик тә ҡыҙыҡ. Кем ул минең ете быуын элекке ата-бабам? Улар нимә менән шөғөлләнгән? Үҙеңдең үткәндәреңде тергеҙеү, уны өйрәнеү, тарихың менән ҡыҙыҡһыныу йәшәйешкә яңы мәғәнә өҫтәй, яңы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр аса.
«Шәжәрә» һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «нәҫел», «генеалогия» (ырыу тарихы) тигәнде аңлата.
Минең атайым Әмир Миһран улы Солтангәрәев атаһы, йәғни олатайым Миһран Ноғман улы менән үҙ нәҫеле өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҙур эш башҡара. Улар 1964 йылда Солтангәрәевтарҙың шәжәрәһен төҙөү өҫтөндә эш башлай. Эҙләнеү эштәре алып баралар, архив материалдарын файҙаланып, ололарҙан һорашып, Солтангәрәевтарҙың ун ике быуынға тиклем, хатта унан да күберәк тармаҡтарын табалар, өйрәнәләр.

Viewing all articles
Browse latest Browse all 152