![Конкурс Конкурс]()
Ғүмер бер генә... Шулай тип атағайны үҙенең иң күренекле әҫәрҙәренең береһен яҡташым Динис ағай Бүләков. Ул үҙенең бик ҡыҫҡа ғүмерен лайыҡлы үтте: халҡым, илем, телем, тип янды, ер-һыуыбыҙҙы яттарға бирмәҫкә һәм уны һаҡларға саҡырҙы. Мин ошо данлы шәхестең исемен йөрөткән мәктәпте тамамлау алдындамын. Беренсе кластан бирле «Нөгөш ынйылары» исемле фольклор төркөмөндә шөғөлләнәм. Йырлайым, бейейем, шиғырҙар яҙам, нәҫерҙәр ижад итәм. Гәзит-журналдарҙа мәҡәләләрем баҫылып тора.
Эйе, ғүмер бер генә. Яҙыусы аманатын беҙ бөгөн һаҡлайбыҙмы һуң? Иҫ киткес ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Мине, үҙ заманымдың йәш кешеһен, әлбиттә, тиҫтерҙәргә, йәштәргә ҡағылышлы проблемалар борсой.