Беҙ ғаиләлә өс бала. Миңә, иң өлкән балаға, бөтә яуаплылыҡ төшә. Әсәйемдең эше тынғыһыҙ – ул мәктәптә уҡытыусы, ә атайым миңә ун бер йәш тигәндә мәрхүм булып ҡалды. Шул ваҡыттан алып утын, бесән әҙерләү, машина йөрөтөү кеүек яуаплы эштәргә тотонорға тура килде. Имән ағасы кеүек ныҡ булырға, ауыр саҡта бөгөлөп төшмәҫкә кәрәк икәнен тап ошо мәлдәрҙә аңлайһың.
Бәхеткә күрә, әсәйебеҙ, үҙ ишен табып, яңынан тормош ҡорҙо. Был атайыбыҙҙы үгәй тип атап булмай. Мостай Кәримде Оло инәһе нисек яратҡан, тәрбиәләгән, беҙгә лә атайыбыҙ хәстәрлекле, яғымлы. Мине һәм ҡустымды күп нәмәгә өйрәтә.
Һәр бер кешенең үҙенең тыуған еренә кәрәкле булғыһы килә. Элекке заманда кешеләр иң беренсе үҙен түгел, ә халыҡ, ил мәнфәғәтен нығыраҡ ҡайғыртҡан. Ә хәҙер замана икенсе.