Quantcast
Channel: Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы - «Йәшлек» гәзите
Viewing all 152 articles
Browse latest View live

Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

$
0
0
Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...Матур көҙгө иртә ине. Мин әсәйемдең наҙлы тауышына уянып, тәҙрә- гә ҡараным. Көн ҡояштың көләс нурҙарына күмелгән. Уның яҡтылығына, матурлығына һоҡланып бөтөрлөк түгел! Тик репетицияға һуңға ҡалыу уйы ғына мине был гүзәллекте ташлап, Салауат Юлаев майҙанына барырға ашыҡтырҙы.

Мин сәләмәт тормош яҡлы!

$
0
0
Мин сәләмәт тормош яҡлы!Һәр замандың үҙ заңы бар. XXI быуатты мин, юғары технологиялар мәле, тип билдәләр инем. Сөнки беҙҙе яңынан-яңы техник мөғжизәләр уратып алған, киләсәкте уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Уйлауымса, әгәр дөрөҫ, урынлы файҙалана белгәндә, уларҙың ыңғай яҡтары ла бик күп: кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ табыу, белемеңде арттырыу, алыҫтағы дуҫтар, туғандар менән аралашыу, төрлө проекттар эшләү.

“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

$
0
0
“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”“Ерҙә кеше һөйәгенән
убалар үҫкән,
Тел – тере шишмә үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!”
(Б. Бикбай. “Туған тел”).

“Замандаш! Телебеҙ, мил­­ләтебеҙ киләсәгенә хә­үеф һәр ваҡыт янаған, янай һәм янаясаҡ. Донъялар нисек кенә үҙгәрмәһен, телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тырышайыҡ. Беҙҙән һуң ҡалыр быуында туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләйек. Быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсә килеүсе рухи сылбыр – туған тел, милли рух төшөнсәһе һиндә өҙөлөп ҡалмаһын!” – ти Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылы егете, БР-ҙың атҡаҙанған юрисы Әмир Солтангәрәев “Таймаҫ” тигән китабында. Ул уны Башҡортоста­ны­быҙҙың арҙаҡлы шәхесе булып үҫерҙәй, ләкин 11-се класта уҡыған сағында фажиғәле үлемгә дусар булған улы Булатҡа, бөгөнгө һәм киләсәк быуынға арнаған.

Телебеҙҙән оялмайыҡ!

$
0
0
Һәр кемдең үҙ тыуған ере һәм туған теле бар. Минең өсөн ул – урмандарға, йылға-күлдәргә бай Башҡортостан һәм башҡорт теле. Ошо телдә мин үҙемдең тәүге һүҙҙәремде әйттем. Улары ла ниндәй! Донъялағы иң яғымлы, йылы, матур һүҙҙәр – “әсәй” һәм “атай”. Минең өсөн телем бик ҡәҙерле һәм башҡортлоғом менән ғорурланам.

Башҡорт киноһы үҫешһен

$
0
0
Башҡорт киноһы үҫешһенМин Башҡортостанда – көндән-көн сәскә атып, үҫешеп өҫкә күтәрелеүсе республикала йәшәйем. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң бар ерҙә билдәле артистар, йырсы-бейеүселәр тәрбиәләгән ҡала булыуы күптәргә билдәле.
Хәҙерге йәмғиәт йәштәр өсөн бала саҡтан уҡ үҫешеү мөмкинлеге бирә. Был бик яҡшы күренеш. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡы алға үҫеш ала, яңынан-яңы таланттар асыла.

Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!

$
0
0
Көндән-көн замана үҙгәрә бара. Уға эйәреп, кешеләрҙе лә танып булмай. Тормош ҡануны шулайҙыр, күрәһең.
Элегерәк кешелеклелек, ғәҙеллек, инсафлыҡ сифаттары өҫтөнлөк алһа, хәҙер кешеләргә күберәк уҫаллыҡ, хәйләкәрлек, тәкәбберлек хас, мин-минлек, йәғни тик үҙҙәрен генә ҡайғыртып йәшәүҙе хуп күрәләр. Әгәр тормош артабан шулай дауам итһә, һәр кем көсө еткәндәргә көн күрһәтмәһә, бер-беребеҙҙе ашап, талаһаҡ, нимә ҡала? Кешелеклелек сифатын бөтөнләй юҡҡа сығарабыҙ түгелме?

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

$
0
0
Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмамЭлек-электән ысын башҡорт үҙенең ете быуын нәҫелен мотлаҡ белергә тейеш булған. Улар хаҡындағы мәғлүмәт ҡасандыр телдән-телгә күсеп килһә, хәҙерге ваҡытта шәжәрәләр ҡулъяҙма йәки баҫма рәүештә һаҡлана. Унда ата-бабаларыбыҙ исемлеге генә түгел, ә тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, ауыҙ-тел ижады тураһындағы мәғлүмәт тә тупланған. Әгәр ҙә беҙ ошоно онотһаҡ, ул ата-олатайҙарыбыҙҙы, быуындар буйлап һаҡланып килгән тарихыбыҙҙы ғына түгел, үҙеңде лә ихтирам итмәүҙе аңлата. Үткәнеңде белеп кенә киләсәккә ышаныс менән атлап була.

Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

$
0
0
Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!
Бөгөн "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков Дыуан районындағы республика лицей-интернатында булып, Булат Солтангәрәев исемендәге конкурста икенсе урын яулаған 10-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Шәриповаға приз тапшырҙы.

Фотола Айһылыу уҡытыусыһы Гүзәлиә Баева менән.

Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

$
0
0
Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!Бөгөн Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар ярышында призлы урынға - өсөнсө премияға лайыҡ булыусы Финат ЗАМАНОВҠА бүләген тапшырҙыҡ.

Еңеүсе Саҡмағош ауылы гимназияһында 10-се класта уҡый. Финатты ҡотлайбыҙ!

Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

$
0
0
Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә
Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итәБулат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар бәйгеһенең быйылғы этабы тамам!
Мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау байрамдары шаулап-гөрләп үткән мәлдә, “Йәшлек”тәр Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыу­сылар премияһына йомғаҡ яһаны, еңеүселәрҙе тәбрикләне. Ике лауреат – икенсе һәм өсөнсө премия алған Айһылыу Шәрипова менән Финат Замановҡа приздары саҡ ҡына һуңыраҡ барып етте.
Дыуан районы республика лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Айһылыу Шәриповаға 27 майҙа “Йәшлек”тең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков тантаналы рәүештә бүләкте тапшырҙы.

Ижади бәйгебеҙ башланды!

$
0
0
Ижади бәйгебеҙ башланды!Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына эштәрегеҙҙе ебәрегеҙ, ҡатнашығыҙ!

Рәсәй Журналистар союзының “Бөтә Рәсәй – 2015” XIX матбуғат фестивале лауреаты, Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына конкурсты “Йәшлек” гәзите редакцияһы өсөнсө йыл рәттән үткәрә. Уҡыусыларҙы дәртләндереүгә, улар­ҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеүгә арналған акция, шулай итеп, гәзитебеҙҙең йыл да ҡабатланған бик матур йолаһына әйләнде.

Мине киләсәк борсой

$
0
0
Мине  киләсәк борсойХыял... Хыял ҡанатландыра, уйға һала, әйҙәй, бейеклектәргә саҡыра, битараф булмаҫҡа өндәй… Хыял… Ниндәйҙәре генә юҡ улар­ҙың… Мин уны мамыҡ кеүек йомшаҡ ҡына, ҡабарып ҡына торған, ап-аҡ, сафлыҡ бөркөп торған итеп күҙ алдыма килтерәм. Хыялланып йәшәү, алдыңа маҡсаттар ҡуйып йәшәү шәп бит ул!

Бәләкәй генә саҡтан хыялланырға яратам. Өлә­сәйем: “Йәне бар кеше хыялланырға тейеш, хыял менән кеше йыһанға ла осто”, – тип әйтергә ярата. Ысынлап та, хыялланмаған, уйланмаған сәғәтем, минутым да юҡ бит ул! Көндөң аҙағы нисек булыр, ә иртәгә мине нимә көтә, алдағы аҙнала, ә киләсәктә?..
IX класс уҡыусыһы булараҡ, төрлө һорау борсой: киләсәктә ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға, хә­ҙерге заманда ниндәй һөнәр һайларға? Илемде, еремде, халҡымды киләсәктә ниндәй яҙмыш көтә?..

Берҙәмлектә беҙҙең көс

$
0
0
Берҙәмлектә  беҙҙең көсМин Малаяҙ башҡорт гимназияһының 11-се класында уҡыйым. Музыканы үҙ итәм: сәнғәт мәктәбенең баян һәм ҡурай класын тамамланым. Баян буйынса йәш музы­канттар­ҙың бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын алырға, Вәкил Шөғәйепов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә еңеүсе булырға яҙҙы. Республика кимәлендәге ҡурайсылар байрамында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Быларҙы маҡтаныу өсөн әйтмәйем. Халҡымдың “Азамат”, “Иҫке Урал”, “Гөл­нәзирә”, “Ҡарабай” кеүек көйҙәрен уйнап, Аҡмулла, Байыҡ кеүек сәсәндәребеҙ менән ғорурланып, рухтарына тап төшөрмәй, тыуған еремдә йәшәү – минең өсөн оло бәхет.

Эҙем яҡшы булһын тип...

$
0
0
Эҙем яҡшы булһын тип...Мин ябай кешемен. Атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым, яҡын кешеләрем бар. Уларҙың бөтәһе лә мине бәхетле итә. Иртәнсәк ҡалҡҡан ҡояш, төндә тәҙрә аша төшкән ай нурҙары, йәшел келәм кеүек үлән, ләйсән ямғыр, төрлө төҫтә сағылған йәйғор, алтын япраҡтар, ҡоштар һайрауы, беренсе ҡар, яҡындарымдың йылмайыуы миңә бәхет өҫтәй…

Конкурс тураһында мәғлүмәт - видеоэкрандарҙа

$
0
0
Конкурс тураһында мәғлүмәт - видеоэкрандарҙаГәзитебеҙ алып барған ижади бәйге - Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы тураһында Өфө халҡы видеоэкрандар аша белә ала. Махсус видео ролигы баш ҡалабыҙҙың 30 урынында урынлашҡан ҡоролмалар аша тәүлегенә 510 тапҡыр күрһәтеләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - конкурсҡа эштәр ҡабул итеү дауам итә. Әле сағыштырмаса "иркен" ваҡыт, БДИ-ға мәшәҡәттәренән алда мәҡәләләр яҙып ебәрә алаһығыҙ.

Ижад емештәрен "Бәйләнештә"ге "Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы" йәки "ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК" төркөмдәренә ебәрегеҙ ("Отправить сообщение") йәки стенаһына һалығыҙ.

Һүрәттәрҙә: "Үҙәк баҙар"ҙағы видеоэкрандан күренештәр

Тормош – һынауҙарҙы үтеү

$
0
0
Тормош – һынауҙарҙы үтеүМин, Айзилә Сәғитова, таулы-ҡаялы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы урта мәктәбенең 11 «В» класс уҡыусыһымын. Тик дүртле-бишле билдәләренә генә өлгәшәм. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле, тарих дәрестәре күңелемә яҡын. Мәктәп, район, республика кимәлендә үткән олимпиада- конкурстарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Районыбыҙҙың «Таң» гәзитендә мәҡәләләрем баҫылып тора. Әле тырышып имтихандарға әҙерләнәм. Ваҡытым тар булыуына ҡарамаҫтан, конкурс хаҡында ишетеү менән районыбыҙҙа ғына түгел, ә бөтә республикабыҙҙа, илебеҙҙә актуаль булған проблемаларҙы күрһәтергә, көсөмдө һынап ҡарарға булдым.

Башҡорт теле – минең телем

$
0
0
Башҡорт теле – минең телемМинең туған телем – башҡорт теле. Бишектә ятҡанда уҡ ишетеп, әсә һөтө менән һеңгән ул миңә. Сабый саҡтан уҡ ошо телдә ижад ителгән әкиәттәр, йырҙар ишетеп үҫтем, беренсе һүҙҙәремде әйттем...

Туған тел ул әсә кеүек берәү һәм ғәзиз. Ул кешенең донъяға ауаз һалған минутынан һуңғы һулышына тиклем йәнәшәлә килә. Телде ҡәҙерләп йәшәргә, уның тормош сығанағы, белем шишмәһе икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Тел – ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре, боронғоларҙан ҡалған аманат. Телебеҙ мең-мең йылдар аша, һынауҙарға бирешмәй, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткергән.
Башҡорт теле, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Мостай теле, Рәми теле – уның менән бөйөк кешеләр һөйләшкән, ижад иткән.

Үҙ ғүмеребеҙгә үҙебеҙ яуаплы

$
0
0
Яҙмамды “Эскелек – хурлыҡ, айыҡлыҡ – ҙурлыҡ” тигән мәҡәл менән башламаҡсымын. Уны ҙур таҡталар­ға яҙып, һәр бер ауыл­ға, ҡалаға ҡуйып сығырға кәрәк. Бәлки, әлеге яҙыуҙы уҡып, ҡайһы берәүҙәр тетрәнер, уйланыр ине.

Ил яҙмышы – беҙҙең ҡулда

$
0
0
Тыуған ер, тыуған Башҡортостан! Ни тиклем күңелемә яҡынһың, ни тиклем ҡәҙерлеһең һәм изгеһең һин. Бәпкә үләнле урамдарың, ҡышҡы ыжғыр бурандарың, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан баҫыуҙарың – бөтәһе, бөтәһе лә күҙ алдымда, йөрәк түрендә. Тәүге тапҡыр ҡояшты, зәңгәр күк йөҙөн һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын тойҙом. Икмәктең тәмен, ҡәҙерен белергә лә һин өйрәттең, тыуған ерем.

Тыныс тормошто ҡәҙерләйек

$
0
0
Яҙҙың тәбиғәтте ҡышҡы йоҡоһонан тамам уятҡан май айы ла килеп етте. Үҙенең бик күркәм байрамы – Еңеү көнө менән ҡәҙерле ул май. Быйыл беҙ 72-се мәртәбә тыныс тормошло айҙы ҡаршыланыҡ.
Viewing all 152 articles
Browse latest View live