Ғәзиз ерем! Ни тиклем йөрәккә яҡын, ҡәҙерле, изгеһең һин. Бәпкә үләне баҫҡан урамдарың, ҡышҡы һалҡын бурандарың, күкрәгеңдән урғылып сыҡҡан шишмәләрең, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген ҡырҙарың – барыһы ла ҡәҙерле миңә! Бөтә изге нәмә һинән башлана: йыр ҙа, хеҙмәт тә, мөхәббәт тә. Тәүге тапҡыр ҡояшты, йондоҙҙарҙы һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын һиндә тойҙом. Икмәктең тәмен-ҡәҙерен белергә лә өйрәттең.
↧
Йөрәктәребеҙ – тыуған ерҙә
↧
Ваҡыт ҡәҙерен беләйек!
Ғүмер... Ҡайҙа был тиклем ашығаһың? Сәғәт телдәре бер туҡтамай алға елә лә елә. Ваҡыттың уҙғанын һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Кешеләр һәр ваҡыт тормошҡа ашырҙай ҙа, ашмаҫтай ҙа матур хыялдар менән йәшәй. Берәүҙәр яҡшы уҡыу, йәшәү хаҡында хыялланһа, икенселәр белем алып, эш табып, матур тормош ҡороуҙы маҡсат итә. Күп осраҡта ваҡыт үтеү менән бергә хыял-маҡсаттар ҙа үҙгәрә, бала саҡта мөһим кеүек тойолған нәмәләр яйлап онотола, әһәмиәтен юғалта.
↧
↧
Өлкәндәр, беҙ һеҙҙән өлгө алабыҙ!
Ваҡыт ҡуласаһы алға тәгәрәй: көндәрҙе – айҙар, айҙарҙы – йылдар, йылдарҙы быуаттар алмаштыра. Ваҡыт, аҡҡан һыуҙай, һиҙҙермәй генә алға бара, бер дәүерҙе икенсеһе алмаштыра. Тарих үҙгәрә, һәр замандың үҙ йәшлеге, йыры, әҙәбиәте, мәҙәниәте, йолалары, геройҙары, шәхестәре була. “Заман башҡа, заң башҡа”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер ата-бабаларыбыҙ.
↧
Төнгө уйланыуҙар-һыҙланыуҙар
Ҡараңғы төн. Сәғәт берҙе һуҡты,
Бар тереклек – әүен илендә.
Тик ниңәлер йоҡо фәрештәһе
Онотто бит миңә килергә.
Ике тулды. Тынғыһыҙ уйҙар
Йөҙә барлыҡ Ер шары буйлап.
Йөрәк ҡылын сирткән уйҙарымды
Яҙҙым, шиғри юлдарға туплап.
Был донъяға килгән һәр әҙәмдең
Хоҡуғы бар тыныс тормошҡа!
Әммә ниңә бик күп кешенең
Ғүмер юлы әйләнә тамуҡҡа?
Бар тереклек – әүен илендә.
Тик ниңәлер йоҡо фәрештәһе
Онотто бит миңә килергә.
Ике тулды. Тынғыһыҙ уйҙар
Йөҙә барлыҡ Ер шары буйлап.
Йөрәк ҡылын сирткән уйҙарымды
Яҙҙым, шиғри юлдарға туплап.
Был донъяға килгән һәр әҙәмдең
Хоҡуғы бар тыныс тормошҡа!
Әммә ниңә бик күп кешенең
Ғүмер юлы әйләнә тамуҡҡа?
↧
Белемле бер ерҙә лә юғалмаҫ
Ағасты – емешенә, кешене эшенә ҡарап билдәләйҙәр. Ошо һүҙҙәр менан ризалашам. Был донъяға килгән һәр бер кеше үҙенән һуң ниндәй ҙә булһа иҫтәлек ҡалтыра. Ҡылған эштәре изге булһа, тимәк, ғүмере заяға уҙмаған, ә инде алама яҡтары күберәк икән, мәғәнәһеҙ тормош кисергән.
↧
↧
“...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
↧
Егеттәр һәм ҡыҙҙар! Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
↧
Башҡорттағы намыҫ, иман менән Ярһып тибә Зәки йөрәге.
↧
Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
– Тор, ҡыҙым, тор, дәрестәреңә һуңлап ҡуйма, – тип атайым йомшаҡ ҡына тауышы менән мине иртәнге йоҡонан уятты.
Уның шулай иркәләп өндәшеп уятыуын бик яратам. Моңло бер йыр кеүек бит ул башҡорт теле.
Атайым – башҡорт, ә әсәйем татар милләтенән. Шуға ла мин башҡортса ла, татарса ла, мәктәптә дуҫтарым менән русса ла иркен аралашам. Сит ил теле дәрестәрендә инглизсә һөйләшәбеҙ. Шулай итеп төрлө телдәр белеү, һөйләшеү, уҡый-яҙа белеү, минеңсә, үҙе ҙур бәхет. Ундай кешегә төрлө белемгә юл асыҡ.
Уның шулай иркәләп өндәшеп уятыуын бик яратам. Моңло бер йыр кеүек бит ул башҡорт теле.
Атайым – башҡорт, ә әсәйем татар милләтенән. Шуға ла мин башҡортса ла, татарса ла, мәктәптә дуҫтарым менән русса ла иркен аралашам. Сит ил теле дәрестәрендә инглизсә һөйләшәбеҙ. Шулай итеп төрлө телдәр белеү, һөйләшеү, уҡый-яҙа белеү, минеңсә, үҙе ҙур бәхет. Ундай кешегә төрлө белемгә юл асыҡ.
↧
↧
Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда

йәки Үҙебеҙҙең тәбиғәт балаһы икәнебеҙҙе онотмайыҡ
Ер-әсәбеҙ биргән икмәк менән
Аҡ һөттән дә изге нимә бар?
Р. Бикбаев.
Бына, ниһайәт, яратҡан миҙгелем – көҙ етте.
Бар тирә-яҡ алтынға мансылған саҡ. Япраҡтар һары, ҡыҙғылт, көрән төҫкә буялған. Ошо төрлө төҫтәге ҡойолған япраҡтар әкиәттәге балаҫты хәтерләткәндәй...
Был миҙгелдең илаһи матурлығын күрергә йыл да тәбиғәт ҡосағына ашҡынам... Тирә-яҡ тып-тын. Ошо тыныслыҡты яратам мин! Төрлө уйға сумып, саф һауа һулап, рәхәтләнеп урман гиҙәм... Ҡапыл, тынлыҡты боҙоп, бөтә урманды яңғыратып көлгән тауыштар ишетелде. Мин шул яҡҡа ыңғайланым. Унда үҫмер егет һәм ҡыҙҙар күңел аса ине. Ҡулдарында – һыра шешәләре, ауыҙҙарында – тәмәке, усаҡ яҡҡандар... Янғын сығарып ебәрмәһәләр ярар ине, тигән уй башымдан сыҡманы. Үҙемдә батырсылыҡ табып, яндарына барып иҫкәртергә булдым. Йәштәр беҙҙең ауылдыҡы түгел ине. Мине күргәс, улар ниңәлер йәһәт-йәһәт кенә ҡайтырға йыйына башланы.
↧
Киләсәктән хат

йәки Ғәмһеҙлек йоҡоһонан уянырға ваҡыт, халҡым!
Йылы йәй көнө... Ҡояш ҡыҙҙыра. Йылға буйында балалар һыу инә. Уларҙың шат көлөүе әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Кәртә артындағы урманда ҡоштар һайрай, ҡарлуғастар тегеләй-былай оса. Бәләкәй ҡояшҡа оҡшаған бәпембә сәскәләре хуш еҫе менән бал ҡорттарын үҙенә саҡыра. Күбәләктәр леп-леп килеп осоп үтә. Тирә-яҡта шундай гүзәллек! Был матурлыҡтан күҙҙе айырып алырлыҡ түгел…
↧
"Йәшлек” гәзите иғлан иткән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар ижади конкурсы хаҡында АШҠАҘАР» радиоһы тапшырыуы

Әңгәмәлә БДУ профессоры, филология фәндәре докторы, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, йәмәғәт эшмәкәре, Булаттың атаһы Әмир Солтангәрәев һәм “Йәшлек”гәзите хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров ҡатнаша.
Алып барыусы: Фәнүзә Баһауетдинова.
"Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөбөҙҙә тыңлағыҙ!
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар! Бәйгегә эштәрегеҙҙе ебәрә һалығыҙ! "Әле ваҡыт бар" тип йөрөмәгеҙ, беҙгә март-апрель айҙарында мәҡәләләрҙе гәзиттә баҫтырып өлгөрөргә кәрәк.
↧
Үҙ асылыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

... Ҡыңғырау тауышын ишетеү менән барыһы ла коридорға атылды. Кабинетта минән башҡа ике ҡыҙ ғына тороп ҡалды.
– Йонсотто мине был уҡыуҙар, етмәһә, алда БДИ! – тип һүҙ башланы Зөһрә.
– Их, кейәүгә сыҡһаң ине! Ысынлап, ҡыҙҙар, берәй байға тормошҡа сығаһың да, вәссәләм! Уҡырға ла, эшләргә лә кәрәкмәй. Иң мөһиме, аҡса кеҫәңдә тулып ятасаҡ, – был уның янында ултырған Таңсулпандың һүҙҙәре.
↧
↧
Атайлы булһын балалар!

“Аталы бала – арҡалы”, “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”, “Атанан күреп ул үҫер, әсәне күреп – ҡыҙ үҫер” кеүек тапҡыр мәҡәлдәр бар халҡыбыҙҙа. Эйе, ғаиләлә атай кешенең роле баһалап бөткөһөҙ. Ул – ғаилә именлеген һаҡлаусы ла, балаларына өлгө булырлыҡ кеше лә. Ошо абруйҙы булдырыу – әсәй кешенең дә бурысы.
↧
Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)

– Әсәй, әсәй, ҡара ниндәй ҙур “бишле” алып ҡайттым! Башҡорт теленән! – тине батырҙарса башын өҫкә күтәреп, ғорурланып, Урал исемле малай көндәлеген әсәһенә күрһәтте лә, балалар баҡсаһынан ҡайтҡан һеңлеһенә аяҡ кейемен сисергә ярҙам итте.
– Уңғанымды! Әйҙәгеҙ, балалар, аш беште. Атаһы, туҡтап тор, эш ҡасмаҫ ул!
Яҙҙың ҡояшлы, матур көндәренең береһе ине был. Бер нисә көндән уҡыуҙар бөтә. Йәй яҡынлаша. Ошондай ваҡытта Айгөлгә рәхәт тә, ҡыйын да булып китә. Тыуған ауылын, туғандарын, яҡындарын һағынған ул.
– Айгөл, – үҙенә өндәшкән кеүек кенә, Айнур ҡатынына ҡарап, – Әлиә ҡайтҡан, тиҙәр.
– Эйе. Ишеткәйнем. Был балалар тыңлауһыҙ, йәшәү юҡ, тип ғаиләһен Мәскәүҙә ҡалдырып, кире ҡайтҡан.
– Балалар тыңлауһыҙ...
– Ә ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә бала инек бит...
↧
Балалар Аҡмулла нәсихәттәрендә тәрбиәләнһен!

Үҙ-үҙемде белә башлағандан алып ҡартәсәйемдең йор ҙа, шаян да, йөкмәткеле һәм хикмәтле лә һамаҡтарын, һүҙҙәрен иҫләйем. “Ерәнсә сәсән” әкиәтен, “Урал батыр” эпосын, Аҡмулла, Ш. Бабичтың исемдәрен тап унан ишетеп белдем. “Аҡмулла, Аҡмулла, беҙ башҡортҡа хаҡ мулла”, – тип ҡартәсәйемдең һүҙҙәрен ҡабатлап йөрөгәнем әле лә хәтерҙә.
↧
Телһеҙ халыҡ – тамырһыҙ ағас

Әсәм теле. Сәсән теле. Туған тел. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килеү менән Хоҙай Тәғәлә кешегә иң элек тел бүләк иткән. Беҙҙең телебеҙ әсә һөтө менән ингән. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, ҡайҙа ғына йәшәһәк тә уны һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ. Был беҙҙең изге бурыс.
Кеше тәүҙә үҙ теленең матурлығын, изгелеген, ҡиммәтен тойорға тейеш. Шул саҡта ғына уның ниндәй тәрән, хисле, яғымлы икәнлегенә ышана һәм киләсәккә тапшырырға әҙерләнә.
↧
↧
Телебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда!
Халҡыбыҙҙың һәр вәкиле башҡорт телен белергә тейеш. Сөнки туған тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, ул күңел нуры ла. Ул беҙҙең тән, һәр күҙәнәгебеҙҙең теле. Ошоно һәр ата-әсә тоя белергә бурыслы. Туған телһеҙ кеше – йәнһеҙ ғәрип. Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ ниндәй телдә һөйләшә, һеҙ шул милләткә хеҙмәт итәһегеҙ тигән һүҙ.
↧
Күңел матурлығы сәхифә матурлығынан өҫтөнөрәк!
2118 йыл. Донъя төрлө яңы технологиялар менән тулған. Кешеләр бер-береһе менән аралашмай. Улар виртуаль донъяла йәшәй. Әйтерһең, интернет кеше менән идара итә. Заманса технологиялар арҡаһында кешелек хатта икенсе планеталар менән бәйләнештә була ала. Ә бына кешеләрҙең баш күтәреп тирә-яҡҡа ҡарарға, һөйләшергә лә ваҡыты юҡ. Яңылыҡ, кәрәккән-кәрәкмәгән мәғлүмәт, бөткөһөҙ проблема…
Бына шулай йәшәгән ваҡытта беҙҙең геройыбыҙ яңылыш ҡына үҙенең өләсәһенең көндәлеген табып алды. Бында йөҙ йыл элекке, 2018 йылғы, ваҡиғалар бәйән ителгәйне. Бына нимәләр яҙылған унда.
Бына шулай йәшәгән ваҡытта беҙҙең геройыбыҙ яңылыш ҡына үҙенең өләсәһенең көндәлеген табып алды. Бында йөҙ йыл элекке, 2018 йылғы, ваҡиғалар бәйән ителгәйне. Бына нимәләр яҙылған унда.
↧
Илеңдең кәрәкле кешеһе булыу – ҙур бәхет!
Һуңғы дәрес бөтөүен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Шау-гөр килеп, курсташтарым кабинет ишегенән коридорға һибелде. Кемдер ашыға, кемдер һалмаҡ ҡына атлай... Егет-ҡыҙҙар бер-береһен көтөп, һөйләшеп кейенешеп, һаубуллашып, ҡайтыр юлға сыға.
Ғәҙәттә, колледждан хыялдарға бирелеп ҡайтырға яратам. Тиҫтерҙәремә, йәштәргә ҡағылышлы проблемалар борсой. Бәләкәй саҡтан миңә: «Барыһы ла – үҙ ҡулыңда, яҡшы уҡы, аҡыллы, тәрбиәле булыу һинең үҙеңдән тора», – тигәнде йыш ишетергә тура килде. Ә үҫә төшкәс, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә нығыраҡ ышана барам.
Ғәҙәттә, колледждан хыялдарға бирелеп ҡайтырға яратам. Тиҫтерҙәремә, йәштәргә ҡағылышлы проблемалар борсой. Бәләкәй саҡтан миңә: «Барыһы ла – үҙ ҡулыңда, яҡшы уҡы, аҡыллы, тәрбиәле булыу һинең үҙеңдән тора», – тигәнде йыш ишетергә тура килде. Ә үҫә төшкәс, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә нығыраҡ ышана барам.
↧