Quantcast
Channel: Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы - «Йәшлек» гәзите
Viewing all 152 articles
Browse latest View live

Һин үҙ юлыңды үҙең һайлайһың!

$
0
0
Ҡыш… Яратам ошо миҙгелде. Бар донъя аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа күмелгән. Гүйә еребеҙ емелдәп торған, ҡиммәтле таштарҙан тегелгән аҡ күлдәк кейгән. Шундай йәмле көндәрҙең береһендә, 1998 йылдың 9 февралендә, Бөрйән районының Аҫҡар ауылында, атай-әсәйемдең тәүге мөхәббәт емеше булып донъяға килгәнмен.
Исемем есемемә тап килгәндәй, һәр ваҡыт көлөп-йылмайып йөрөгән ябай башҡорт ҡыҙымын. Әлеге ваҡытта 11-се класта уҡыйым. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшәм, мәктәптәге төрлө сараларҙа, олимпиа­далар­ҙа ҡатнашам. Волейбол, баскетбол уйнайым. Буш ваҡытымда бейергә, төрлө китаптар уҡырға, шиғырҙар ҙа яҙырға яратам.

Тиҫтерҙәрем, һеҙгә әйтәм... Тыуған тупраҡтан көс алайыҡ

$
0
0
Олатайым менән өләсәйем өйҙәрен, әкиәттә һүрәтләнгәнсә, бигерәк матур, хозур, мөғжизәле урынға һалған. Ҡапҡа алдынан ғына, берсә уйланып, берсә моңланып, ә ҡайһы саҡта дәртләнеп, дәһшәтләнеп Әй йылғаһы аға, артта – серле мәмерйәле мәғрур Тәшкеләт тауы. Бына ошо өйҙә үткән дә инде мәктәпкәсә саҡлы бәхетле, вайымһыҙ бала сағым. Өләсәйемдең әсәһе Вәҡифә ҡартәсәйемдең йылы ҡосағында ел-дауыл теймәйенсә телем асылған.
Ҡәртнәйем һамаҡлаған шиғыр, йыр, әкиәттәр һаман да ҡолаҡ төбөмдә яңғырап тора. Эйе, бала саҡта тәүге һүҙең әйтелгән туған телең бигерәк тә ҡәҙерле, яҡын, матур яңғырашлы була шул. Өй алдындағы ҡаҙҙар ҙа ошо телдә ҡаңғылдай, кәртәләге турғайҙар ҙа ошо телдә сыҡылдай, Тәшкеләттең ҡайынындағы кәкүктә лә ошо тел – “кәкүк-кәкүк”, өләсәйҙең тыңлауһыҙ кәзәкәйе лә – “мә-мә-мә”, минең иң яҡын дуҫым Аҡбай ҙа, ҡойроғон болғап, “һау-һау” тип башҡортса сәләмләй.

Үткәндәрҙе буйлап, киләсәкте уйлап…

$
0
0
Мин, Айнур Тунасов, Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында тыуҙым. Күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөткән гимназияның 10-сы синыфында уҡыйым. Теләгем – Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инеү, төплө белем алып, халҡыбыҙға хеҙмәт итеү. Ғаиләмә килгәндә, атайым – механизатор, әсәйем – уҡы­тыу­сы. Апайым Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамларға йөрөй.
Ауылым Көйөргәҙе йылғаһы буйында, иҫ киткес йәмле төбәктә урынлашҡан. Уның тирә-яғын мең-мең төрлө үлән үҫкән туғайҙар, уңдырышлы иркен баҫыуҙар, ҡылғанлы убалар, ҡоштарға бай ҡайын сауҡалығы, сылтырап йылғаға ағып төшкән шишмәләр урат­ҡан. Таймаҫ һыуын ауылым халҡы ғына эсеп кинәнмәй, уны Өфөлә лә, башҡа ҡалалар­ҙа ла үҙ итәләр.
Ошо йәмле төбәктә, матур ауылда йәшәүемә ҡыуанам.

Милли байлыҡты онотмайыҡ

$
0
0
Көн артынан көн төрлө ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы менән алға бара. Сеү! Туҡтап уйланайыҡ әле. "Заман башҡа – заң башҡа" тигән мәҡәл тап ваҡыт айышына һәм көнитмешебеҙгә тура килә. Заманалар үҙгәргән һайын, уның башҡа ҡанундарына, яңы технологиялар ебенә эләгеп, беҙ халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотабыҙ. Быны аңлау ҙур хафаға һала. Ә үткәнен белмәгән халыҡты ниндәй киләсәк көтә?
Беҙҙең бәхетле киләсәгебеҙ өсөн күпме кеше, ата-бабаларыбыҙ үҙ ғү­мерен аямай, ҡорбан булған?!
Уйлап ҡараһаң, беҙ бик бәхетле тормошта йә­шәйбеҙ: эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ бар.

Гәзит исеме Өфө урамдарын йәмләй

$
0
0
Гәзит исеме Өфө урамдарын йәмләй Гәзитебеҙ алып барылған ижади бәйге - Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы алып барылыуын күрһәткән баннерҙар бына ошолай итеп Өфөнө биҙәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - конкурсҡа эштәр ҡабул итеү дауам итә. Әле сағыштырмаса "иркен" ваҡыт, БДИ-ға мәшәҡәттәренән алда мәҡәләләр яҙып ебәрә алаһығыҙ.

Ижад емештәрен "В контакте" - "Бәйләнештә" социаль селтәренең Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы йәки "ЙӘШЛЕК" гәзите - газета "ЙЭШЛЕК" төркөмдәренә ебәрегеҙ, йәки стенаһына һалығыҙ.

«Урал» мәңге тынмаҫ, мәңге яңғырар!

$
0
0
«Урал» мәңге тынмаҫ, мәңге  яңғырар! Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы-
Атай-олатайҙарҙың да төйәге.
Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булып
Шунда ята батырҙар һөйәге.
Уралҡайым, һинең күкрәгең киң-
Ете лә ырыу илдең төйәге.
Һине генә һаҡлап яуҙар сапҡан-
Ҡуйыныңда ирҙәр һөйәге.
«Юлдаш» каналынан ағылған был йырҙы тын алырға ла ҡурҡып тыңлайым. Уның моңо, һүҙҙәре бөтә тәнемде, хатта йәнемде әллә ни эшләтте лә ҡуйҙы. Ҡалтыранам… Өшөүҙән, ҡурҡыуҙан түгел. Күҙҙәремдән сөбөрләгән йәштәр ҡайғы-һағыштан түгел. Йырҙан! Бына ни эшләтте мине был йыр! Тыуған ер йыры, халҡымдың бөйөк йыры «Урал».

Туған телде һаҡлайыҡ!

$
0
0
Туған телде  һаҡлайыҡ! Мин Айнур Марат улы Фәйзуллин булам. Салауат ҡалаһындағы 18-се мәктәптең 10-сы класында уҡыйым. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашам, еңел атлетика менән шөғөлләнәм. ҡала, республика һәм Рәсәй күләмендәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Төрлө конкурста, олимпиадала үҙ көсөмдө һынарға яратам, сөнки улар кешенең үҫешенә ярҙам итә.

Батыр исеме ауылыбыҙҙы данлай

$
0
0
Батыр исеме ауылыбыҙҙы данлайБөтә тәбиғәт балалары һымаҡ, мин дә үҙ ауылыма – Ишмәкәйгә ғашиҡ кешемен. Ул Учалы районының көнбайышында, тауҙар араһында урынлаш­ҡан. Ауылымды бик яратам һәм ғорурланам. Уны икегә бүлеп, ҡышҡы һы­уыҡтарҙа ла туңмаған Ҡарағайлы йылғаһы аға. Ишмәкәй янында Олотау исемле тау бар. Күптәрҙең унда менеп, тыуған төйәгенә, тәбиғәтенең хозурлығына ҡарап торғаны бар. Ошо бәләкәй генә ауылдың ғорурлығы, йәш быуынға өлгө булырлыҡ шәхесебеҙ даны ла йәшәй.

Мин – россиянмын!

$
0
0
Мин – россиянмын!«…Рус түгелмен мин, ләкин россиян мин,
Россиян мин – ниндәй ғорурлыҡ!
Ун ғүмерең миңә кәрәк түгел,
Бер яҙмышым шуға торорлоҡ!...»
«Россиянмын», Мостай Кәрим.

Минең ҡарт ҡартатайым: «Күкрәк киреп «Мин – кешемен!» тигән кешенең йөрәгендә өс нәмәгә һөйөү һәм хөрмәт булырға тейеш. Уныһы ла – атай, әсәй һәм Ватан», – тип йыш әйтер булған. Әлбиттә, заман шандарын кисергән, һуғыш үткән, оҙон ғүмере эсендә йәмғиәт өсөн бик күп эшләгән кешенең һүҙҙәре менән килешмәйенсә булмай.
Атай-әсәйгә һөйөү һәр бер бала күңелендә бишектә үк барлыҡҡа килһә, Ватаныбыҙға ҡарата ысын хөрмәт һәм тоғролоҡ – тәрбиә орлоғо. Һәм шуның турала һүҙем.

Улар алдында баш эйәбеҙ

$
0
0
Улар алдында баш эйәбеҙҺуғыш мәлендә тыуғандар
Барын иртә кисергән:
Түҙгәндәр – тере ҡалғандар
Тик үлән ашы менән.
Ат башында йөрөгәндәр:
Ер тырматҡан, ер һөргән.
Ололар нимә күрһәләр,
Барын да бергә күргән...
Үлсәмәгеҙ был быуынды
Ғәҙәти аршин менән.
Риф МИФТАХОВ.

Ошо шиғыр юлдарын уҡыйым да атайым менән әсәйемдең ата-әсәләре – ҡартатайҙарым, ҡартәсәйем менән өләсәйемдең бала сағы тураһында уйланам. Минең ҡәҙерлеләрем – һуғыш балалары. Ҡарт­атайҙарыма, ҡартәсәйемә атай наҙы күреп үҫергә яҙмаған.

Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

$
0
0
Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам«Ата-бабам күптән донъя ҡуйған,
Көл-тупраҡҡа инде әйләнгән…
Әммә йәнем мең-мең быуат аша
Улар рухы менән бәйләнгән!» – тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев. Эйе, нисәмә йыл, быуат үтеп китһә лә, ата-бабаларыбыҙ рухы мәңгегә йөрәктәрҙә һаҡлана килгән.

Ил ҡурсалар ир ине...

$
0
0
Ил ҡурсалар ир ине...Ошо көндәрҙә ҡулыбыҙға яңы китапты алып шатландыҡ. “Ил ҡурсалар ир инең...” тип атал­ған ҙур күләмле баҫма “Йәшлек” гәзитендә икенсе йыл уңышлы барған, өлкән класс уҡыусылары ҡатнашҡан Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһына арналған.
Премия, былтыр ғына иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, республикабыҙҙа билдәлелек яуланы. Унда йөҙҙән ашыу уҡыусы ҡатнашып, ижади эштәрендәге тәрән фекерҙәре, үҙенсәлекле ҡараштары менән иғтибарҙы йәлеп итте. Премия ил күләмендә лә танылыу яуланы – Рәсәй Журналистар союзы ярышында лауреат булды.

Быйылғы ярыш тамам! Алда бүләкләүҙәр көтөлә!

$
0
0
Быйылғы ярыш тамам! Алда бүләкләүҙәр көтөлә!
Бөгөн, 20 майҙа Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышы тамамланды. Ошо айҡанлы "Йәшлек" редакцияһында БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә сыҡҡан һәм әле баҫылып өлгөрмәгән эштәрҙе ҡараны, үҙенең ғәҙел фекерен әйтте.

Рәссам ҡыҙҙар - еңеүсе! Афарин!

$
0
0
Рәссам ҡыҙҙар - еңеүсе! Афарин!Кисә, йәғни 23 майҙа, Ҡ.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы үтте. Бында 11 класты 38 кеше, шул иҫәптән 7 миҙалсы тамамланы.

Үҙебеҙ һайлаған юл

$
0
0
Үҙебеҙ һайлаған юлБулат Солтангәрәев исемендәге премияға конкурс ахырына яҡынлашты. Төрлө күләмле инша-яҙмалар баҫылды, төркөмгә һалынды. Әлбиттә, телебеҙ бөйөк, тарихыбыҙ бай, тәбиғәтебеҙ хозур, әҙәбиәтебеҙ йөкмәткеле, йолаларыбыҙ изге, динебеҙ хаҡ, ғөмүмән, быларҙы бөтәһе лә беләлер. Кире ҡағырлыҡ дәлилдәр ҙә юҡ һәм булыуы мөмкин дә түгел. Ә шулай ҙа проблемалар асыҡ килеш ҡала. Аңлы ғына рәүештә хәл итеү мөмкинлеген беребеҙ ҙә аса алмайбыҙ. Ә Булаттың яҙмаларын уҡыһаң, ул ошо проблемаларҙы бөтөрөргә тырышыу юлдарын эҙләй, борсола, хәл итергә саҡыра. Ә бөгөнгө йәшәйештә ниндәй көнүҙәк мәсьәләләр бар һуң? Әйҙәгеҙ, уларҙы теҙмә рәүешендә ҡарайыҡ.

Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

$
0
0
Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...Матур көҙгө иртә ине. Мин әсәйемдең наҙлы тауышына уянып, тәҙрә- гә ҡараным. Көн ҡояштың көләс нурҙарына күмелгән. Уның яҡтылығына, матурлығына һоҡланып бөтөрлөк түгел! Тик репетицияға һуңға ҡалыу уйы ғына мине был гүзәллекте ташлап, Салауат Юлаев майҙанына барырға ашыҡтырҙы.

Мин сәләмәт тормош яҡлы!

$
0
0
Мин сәләмәт тормош яҡлы!Һәр замандың үҙ заңы бар. XXI быуатты мин, юғары технологиялар мәле, тип билдәләр инем. Сөнки беҙҙе яңынан-яңы техник мөғжизәләр уратып алған, киләсәкте уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Уйлауымса, әгәр дөрөҫ, урынлы файҙалана белгәндә, уларҙың ыңғай яҡтары ла бик күп: кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ табыу, белемеңде арттырыу, алыҫтағы дуҫтар, туғандар менән аралашыу, төрлө проекттар эшләү.

“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

$
0
0
“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”“Ерҙә кеше һөйәгенән
убалар үҫкән,
Тел – тере шишмә үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!”
(Б. Бикбай. “Туған тел”).

“Замандаш! Телебеҙ, мил­­ләтебеҙ киләсәгенә хә­үеф һәр ваҡыт янаған, янай һәм янаясаҡ. Донъялар нисек кенә үҙгәрмәһен, телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тырышайыҡ. Беҙҙән һуң ҡалыр быуында туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләйек. Быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсә килеүсе рухи сылбыр – туған тел, милли рух төшөнсәһе һиндә өҙөлөп ҡалмаһын!” – ти Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылы егете, БР-ҙың атҡаҙанған юрисы Әмир Солтангәрәев “Таймаҫ” тигән китабында. Ул уны Башҡортоста­ны­быҙҙың арҙаҡлы шәхесе булып үҫерҙәй, ләкин 11-се класта уҡыған сағында фажиғәле үлемгә дусар булған улы Булатҡа, бөгөнгө һәм киләсәк быуынға арнаған.

Телебеҙҙән оялмайыҡ!

$
0
0
Һәр кемдең үҙ тыуған ере һәм туған теле бар. Минең өсөн ул – урмандарға, йылға-күлдәргә бай Башҡортостан һәм башҡорт теле. Ошо телдә мин үҙемдең тәүге һүҙҙәремде әйттем. Улары ла ниндәй! Донъялағы иң яғымлы, йылы, матур һүҙҙәр – “әсәй” һәм “атай”. Минең өсөн телем бик ҡәҙерле һәм башҡортлоғом менән ғорурланам.

Башҡорт киноһы үҫешһен

$
0
0
Башҡорт киноһы үҫешһенМин Башҡортостанда – көндән-көн сәскә атып, үҫешеп өҫкә күтәрелеүсе республикала йәшәйем. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң бар ерҙә билдәле артистар, йырсы-бейеүселәр тәрбиәләгән ҡала булыуы күптәргә билдәле.
Хәҙерге йәмғиәт йәштәр өсөн бала саҡтан уҡ үҫешеү мөмкинлеге бирә. Был бик яҡшы күренеш. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡы алға үҫеш ала, яңынан-яңы таланттар асыла.
Viewing all 152 articles
Browse latest View live